Шөкөр. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Шөкөр



Ниңә икән өләсәйҙәр
Бик ҡайғылы сағында ла,
Наҡыҫ ҡына табында ла
Шөкөр тип әйтә белде?!
Йәнә беҙгә өләсәйҙәр
Илаулама, илаулама,
Мир өҫтөнә бәлә һалма,
Ҡаҡшатма, тине, илде.
Белмәйҙер ул өләсәйҙәр-
Өйҙә генә ултыра ла,
Ауылда ғына тора ла -
Ил тиклем ил дәүмәлен!
Әйтте быға өләсәйҙәр:
Яҙмаһын һис белергә лә,
Беҙ күргәнде күрергә лә -
Илде ҡырған яу мәлен!
Әйтте йәнә өләсәйҙәр:
Сабыр итеү - изге йола,
Сабырҙан сигә ҡайғы ла,
Илаҡтан - һағыш йоға,
Илде ҡаҡ салҡан йыға.
Хаҡлы булған өләсәйҙәр:
Ҡыҫыр көйөккә көйөнмә,
Яҙмағанына - тейенмә!
Йәшәп - инандым быға...
Илаҡлыҡ - йоға... йыға...


2014